Әле унда мәғариф учреждениеларын модернизациялау буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә комплекслы төҙөлөш эштәре башҡарыла.
Ташсылар бригадаһы иҙәндәргә плиткәләрҙе һалыу, урындарын тәртипкә килтереү менән булышһа, ҡатын-ҡыҙҙар стеналарҙы тигеҙләй. Бер үк ваҡытта инженер селтәрҙәре алмаштырыла.
Белем усағының биләмә алды ла үҙгәреш кисерәсәк: тышҡы йөҙөн металл сайдингы менән көпләү, тупһаларҙы яңыртыу ҡарала. Әле ошо йүнәлештә лә эштәр әүҙем бара.
Әлеге ваҡытта белем усағының өс ҡатында ла эш ҡайнай. Эшсе ҡулдар етә, төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ. Әйтергә кәрәк, федераль программа мәктәп бинаһын ремонтлау менән бергә кәрәкле йыһаздар һатып алыуҙы ла күҙ уңында тота.
Рүзилә Ғүмәрова



