Йәмәғәт палатаһы һаулыҡ һаҡлау учреждениелары һәм медицина ярҙамы сифатын тикшерәсәк

Әле был эшмәкәрлек менән шөғөлләнәсәк эшсе төркөм төҙөлә. Бөгөн буласаҡ йәмәғәт контролерҙары тәүге ултырышҡа йыйылды. Әле Рәсәйҙең 50 төбәгендә ошондай эшсе төркөм булдырылған. Йәмәғәт палатаһы ағзалары дауаханалар , башлыса төпкөлдәрҙә медицина учреждениеларының эшен күҙәтеүгә аласаҡ.

Эшсе төркөм дауаханаларға сығасаҡ. Шулай уҡ халыҡ мөрәжәғәтен дә иҫәпкә аласаҡбыҙ. Медицина барыһы ла бер тигеҙ файҙалана алырлыҡ булырға тейеш. Мөмкинлектәре сикләнгәндәргә күрһәтелгән медицина ярҙамы сифатына айырыуса иғтибар буласаҡ. Эш сәфәре барышында асыҡланған мәсьәләләр власть органдарына һәм яуаплы ведомстволарға еткерелә.

Диана Фәррәхова, Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзаһы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ