Нефтсе Айҙар Ғиниәтуллин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде

Нефтсе Айҙар Ғиниәтуллин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде

«РОСНЕФТЬ» КОМПАНИЯҺЫНА ингән «Башнефть-Добыча» хеҙмәткәре Айҙар Ғиниәтуллин Рәсәй Федерацияһының Граждандар Оборонаһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм тәбиғәт афәттәре эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре буйынса Министрлығының «Һыуҙа һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. 2023 йылда нефтсе егет Туймазы районында Ҡандракүлдә батып барған ике баланы ҡотҡарған. Өфөлә уҙған марафонға әҙерләнеү ниәте менән яр буйлап йүгереп барған йәш кеше көслө ел арҡаһында ярҙан ситләшкән тултырылған матраста балаларҙы күреп ҡала һәм ярҙамға ташлана. Уның етеҙ һәм уйлап эш итеүе һөҙөмтәһендә балалар зыян күрмәй һәм әсәләренә тапшырыла.

Фото №1 - Нефтсе Айҙар Ғиниәтуллин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде

Был хәл Башҡортостан нефтселәре кешеләрҙе ҡотҡарған тәүге осраҡ түгел. 2023 йылда «Өфөоргсинтез» хеҙмәткәре Вил Латипов Мысырҙа ҡунаҡхана бассейнында батып барған 6 йәшлек малайҙы һыуҙан алып сыға. 2022 йылда «Башнефть-Добычи» нефть һәм газ сығарыу операторы Евгений Зәйҙуллин Пермь өлкәһендә Воткинск һыуһаҡлағысында бер ҡыҙҙы һәм уның атаһын ҡотҡара. 2018 йылда предприятиеның тағы бер операторы Руслан Имаев Яңауыл районының Ирдуған ауылында күлдә һыу ингәндә аңын юғалтҡан оло йәштәге ҡатынға ярҙам итә. Ҡотҡарылған кешеләрҙең иҫән ҡалыуында компания хеҙмәткәрҙәренең даими рәүештә реанимация сараларына бәйле курстар үтеү тороуы ярҙам итә.

Фото №2 - Нефтсе Айҙар Ғиниәтуллин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы менән бүләкләнде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ