Шишмә районында ойошторолған сараға республиканың 15 төбәге вәкилдәре йыйылды. Республика башлығы билдәләүенсә, былтыр 9 зона семинары үткәрелгән, уларҙың йомғаҡтары буйынса 68 йөкләмә бирелде, күпселеге үтәлгән. Быйыл осрашыуҙар форматын үҙгәртергә һәм «Патриот» паркы биләмәһендә ике көнлөк семинарҙар үткәрергә ҡарар ителгән. Бөгөн төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Тәү сиратта, был беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеүгә ҡағыла.
Радий Хәбиров, республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш, тип билдәләне. Төбәк башлығы фекеренсә, икенсе мөһим бурыс-урындарҙа тотороҡло социаль-иҡтисади хәл. Артабан да иҡтисадты нығытырға, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итергә, инвесторҙар менән эшләргә кәрәк. Республика етәксеһе шулай уҡ халыҡ менән даими аралашыуҙы, уларҙың һорауҙарына түҙемлек менән яуап биреүҙе һәм буш вәғәҙәләр бирмәүҙе һораны. Осрашыу барышында Радий Хәбиров ауыл биләмәләре башлыҡтарының юлдарҙы ремонтлауға, сүп-сар сығарыуға, ағас эшкәртеүгә һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе.



