20 июлдә «Первушин» аэродромында йәнә авиация һөйөүселәрҙең 18-се слёты үтә

«Асыҡ күк йөҙө» тип исемләнгән сарала ретро-самолёттар күргәҙмәһе, төрлө быуын вәкилдәре өсөн уйындар һәм конкурстар ҡаралған. Шулай уҡ йылдағыса һауа программаһы ла ойоштороласаҡ. Быйыл тамашасы алдында ҡатын-ҡыҙҙар зачетында ете тапҡыр абсолют донъя чемпионы, Гиннессың рекордтар китабына индерелгән Светлана Капанина сығыш яһай.

Һауа программаһы өс сәғәткә ҡоролған. Ошо ваҡыт эсендә беҙ тамашасыларға юғары пилотаж күрһәтергә иҫәп тотабыҙ. Быйыл республика халҡы алдында тәүге тапҡыр ете тапҡыр донъя чемпионы Светлана Капанина сығыш яһай. Шуға ла сара тағы ла күләмле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булмаҡсы. Шоу-программа бушлай.

Сергей Миңлеғолов, «Первушин» бәләкәй авиация аэродромы етәксеһе, «Өфө бәләкәй авиацияһының уҡыу-методика үҙәге» ойошмаһының генераль директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ