Башҡортостанда аҙыҡ-түлек банкы барлыҡҡа килде

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек банкы барлыҡҡа килде

Өфөлә социаль проект эшләй башланы. “Русь” аҙыҡ-түлек банкының төбәк бүлексәһе асылды. Сарала беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев, “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова, “Русь” Аҙыҡ-түлек банкы” хәйриә фонды президенты Юлиа Назарова ҡатнашты. Үҙәккә мөҙҙәте тамамланып килгән ризыҡ алып киләләр һәм мохтаждарға бушлай тараталар. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленера Иванова әйтеүенсә, тиҙҙән аҙыҡ-түлек банкының тағы бер бүлексәһе асыла.

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек банкы барлыҡҡа килде
Фото №1 - Башҡортостанда аҙыҡ-түлек банкы барлыҡҡа килде

Рәсәйҙә 10 йыл дауамында 16 төбәктән 50 меңдән ашыу мохтаж кешегә 50 мең тонна аҙыҡ-түлек таратылған. Хәйриә фонды Баймаҡ районынан Урғаҙа һәм Төркмән ауылдарынан малдарын юғалтҡан халыҡҡа ла ярҙам итте.

Фото №2 - Башҡортостанда аҙыҡ-түлек банкы барлыҡҡа килде
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ