Башҡортостан климаты 4 градусҡа тиклем йылынған, үҫемлектәрҙең вегетацияһы 8 көнгә тиклем күскән. Был турала бөгөн Нуриман районында үткән «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһендә билдәләнде. Шуға ҡарамаҫтан, төбәк ғалимдары селекция өлкәһендә уңышлы эш алып бара. Уларҙың хеҙмәте менән аграрийҙар тәжрибә участкаһында танышты. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Нуриман районы Яңы күл ауылында йәшелсәлек өлкәһендә махсуслашҡан ойошма 2012 йылдан алып эшләй. Конкуренлыҡ көслө булыуға ҡарамаҫтан, улар илдең эре сауҙа селтәрҙәренә лә нә ингән. Эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ юҡ. Бында халыҡ эргә-тирәнән вахта ысулы менән эшләй.
Ойошманың уңыштары «Баҫыу көнө» республика семинар-кәңәшмәһе сиктәрендә барланды. Сара ҡатнашыусылары шулай уҡ урындағы үҫемлекселек предприятие эшмәкәрлеге менән дә яҡындан танышты. Агрономдарға төрлө сортлы иген культуралары сәселгән тәжрибә майҙансығы тәҡдим ителде.
Шулай уҡ агрономдар йола буйынса былтыр көҙҙән, шулай уҡ быйыл яҙ сәселгән ауыл хужалығы культураларын да ҡараны. Тәжрибә участкаһында йәмғеһе 112 диләнкә ултыртылған. Белгестәргә бойҙайҙың ғына 46-ы төрө тәҡдим ителде.
Семинар барышында ғына республиканың ете хужалығы бер-нисә иген культураһының орлоғон көҙөн аласағын белдерҙе. Ә улар башлыса беҙҙең ерлеккә хас. Башҡортостан ғалимдары тарафынан тулы тикшереү үтеп, дәүләт реестрында теркәү үткән. Алһыу төҫтә күпереп сәскә атҡан башҡорт сортлы ҡарабойҙай кеүек.
Семинар-кәңәшмәлә әйтелеүенсә, республика аграрийҙарына урындағы культураларға иғтибар итеү мөһим. Бер быуатлыҡ тарихы булған Башҡортостандың ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында мәҫәлән, 260-тан ашыу яңы сорт сығарған. Ойошма илдә алдынғылар иҫәбендә. Иң мөһиме, башҡорт селекционерҙары ярҙамында республиканың аграр ҡеүәте арта.
Әлбиттә, ерҙең уңдырышлығын да оноторған ярамай. Семинар-кәңәшмә ҡатнашыусылары урында уҡ республикала тикшереү үткән ер участкалары менән дә танышты. Әйткәндәй, агрохимия үҙәге Башҡортостандың бөгөн 12 районында эшмәкәрлек алып бара. Ауыл хужалығы ойошмалары менән бергә, баҡсасылар ҙа күпләп мөрәжәғәт итә.
Аграрийҙар быйыл мәҫәлән сәсеү майҙандарына бер аҙ үҙгәрештәр индергән. Иген, бөртөклө, ҡуҙаҡлы һәм техник культураларҙың бер яҡтан йылдағыса уңышы ҡыуандырһа, икенсенән баҙар шарттары тотороҡһоҙ ҡала. Шуға ла Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы башҡа төр культураларға ла иғтибар йүнәлтергә саҡыра. Быйыл мәҫәлән, борсаҡ һәм майлы етенгә иғтибар ҙур. Республиканың Азия илдәре менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһендә уңышлы экспортҡа сығарыу мөмкинлеге бар.
Азат Ғәлиуллин






