Өфө тотош Рәсәй онкологтары өсөн тәжрибә уртаҡлашыу үҙәгенә әйләнде

Баш ҡалала илдең иң абруйлы хирургтары операция яһаны. Улар башҡарған әмәлиәт тотош илгә трансляцияланды. Оҫталыҡ дәрестәрен ете йөҙҙән ашыу медицина учреждениеһы белгестәре ҡараны.

Пациенттың ашҡаҙан аҫты биҙенә операция яһала. Скальпель Мәскәүҙең штаттан тыш баш онкологы, профессор, медицина фәндәре докторы, академик Игорь Хатьков ҡулында. Хәйер скальпель хәҙер образлы ғына әйтелә. Хирургтарҙың ҡулында юғары технологиялы ҡорамалдар. Яман шеш тә лапроскопия, йәғни бәләкәй генә тишектәр ярҙамында ҡырҡып алынасаҡ.

Башҡортостанда бындай операциялар уҙғарыу өсөн мөмкинлектәр яҡшы. Ҡорамалдар, белгестәр ҙә етәрлек. Ләкин иң мөһиме эште ойоштороу тәжрибәһе тупланған. Ниндәй генә технологиялар бюулмаһын , ойоштороу кимәле түбән икән, алға китеш булмаясаҡ.

Игорь Хатьков, хирург-онколог, медицина фәндәре докторы, профессор

Ошондай уҡ юғары технологиялы операциялар бер юлы биш бүлмәлә уҙғарылды. Хирургтар аш юлы, ашҡаҙан, тура эсәк онкологияһына әмәлиәт уҙғарҙы. Уларҙың барышын тотош ил табиптары күҙәтә алды. Республика клиник онкология диспансерында тотош илгә тура трансляция ойошторолдо. Бәйләнештең теге осондағылар аңлашылмаған мәлдәрҙе шунда уҡ асыҡлай алды.

Бер нисә сара ойоштороу ҡаралған. Хирургтар абруйлы коллегаларының эшен онлдайнт режимда ҡарай алһа, кемдәрҙең оҫталыҡ дәрестәрендә, лекцияларҙа ҡатанаша ала. Беҙҙең маҡсат онкология менән көрәшеүгә юғары технологиялар йәләп итеү һәм сирҙе киҫкенләшмәҫ борон асыҡлау. Тап шул ваҡытта ғына онкология сигенергә м!жбүр буласаҡ.

Айрат Рәхмәтуллин Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры

Яман шеш ауырыуҙары йылдан -йыл йәшәрә һәм киҫкенләшә бара. Шуға ла онкология өлкәһе һәр саҡ үҫеш юлында булыуы шарт. Өфөлә уҙғарылған конференция ла һөнәр камиллаштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән абруйлы майҙансыҡ.

Доннъяуи кимәлдә танылыу алған онколог-хирургтарҙың Өфөгә килеүе оло мәртәбә. Улар бит тәжрибәләрен һөйләп кенә ҡалманы ғәмәлдә лә күрһәтә алды. Бының өсөн республикала барл мөмкинлектәр булдырылған. Юғары технологиялы медицина ҡорамалдары, эш шарттары ла яҡшы.

Максим Забелин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе
Башбат

Яман шеш ауырыуҙарына арналған форумға илдең төрлө төбәктәренән 250 белгес килде. Ете йөҙҙән ашыу табип сарала онлайн режимда ҡатнашты.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ