Өфөлә билдәһеҙ кеше ҡыҙ балаға пневматик ҡоралдан атҡан

Ғәҙәттән тыш хәл Ҡасимов урамындағы 10-сы йорттоң подъезына ингән урында теркәлгән. Уйнап йөрөгән бер төркөм балаларҙың береһенең аяғы йәрәхәтләнә. Ҡыҙ ашығыс ярҙам менән дауаханаға оҙатылған, шулай уҡ уға суд-медицина экспертизаһын үтеүгә йүнәлтмә бирелә. Табиптар пуляны алған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән бөтә кәрәкле саралар үткәрә. Видеокүҙәтеү камераларынан яҙмалар алына. Әгәр ошо ваҡиға буйынса ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булыусыларҙың, был хаҡта полицияға хәбәр итеүҙәре һорала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ