Марат Хөснуллин Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайына юғары баһа бирҙе

Донъя кимәлендәге объект. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре барышында Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайына ошондай юғары баһа бирҙе.

Вице-премьер Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән спорт объектында булып төҙөлөш барышын ҡараны. Көрәш һарайы баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөлгән объекттарҙың береһе. Бинаның дөйөм майҙаны - 28 мең квадрат метр. Бында спорт комплексы, спорт көрәше мәктәбе, трибуналары булған, 3 меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар залы һәм башҡа уңайлыҡтар буласаҡ. Заманса көрәш һарайы башҡаланың йөҙөн билдәләгән объекттарҙың береһе булыр тип көтөлә. Спорт объектының проекты үҙенсәлекле, бында мәрмәр коллоналар ғына 57. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге - 16,5 метр. Көрәш һарайын быйыл 31 августа файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе спорт бинаһына юғары баһа бирҙе. Был донъя кимәлендәге объект, ул Башҡортостандың ғына түгел, тотош илдең ғорурлығы буласаҡ, тине Марат Хөснуллин.

Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллинға төҙөлөш секторын һәм транспорт өлкәһен үҫтереүҙәге ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Йыл аҙағына М-12 федераль трассаһының Башҡортостан буйынса участкаһын файҙаланыуға тапшырабыҙ. Ә торлаҡ төҙөлөшөн 2030 йылға 4 миллион квадрат метрға еткереү бурысы тора, тине Республика етәксеһе. Радий Хәбиров Марат Хөснуллинға төбәккә ярҙамы һәм фиҙаҡәр эшмәкәрлеге өсөн «Башҡортостан алдындағы хеҙмәте өсөн» орденын тапшырҙы.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Республика менән идара итеү үҙәгендә лә булды. Вице-премьер уның эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Был эш тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә лә таратыу мотлаҡ, тотош йәшәйеше ус төбөндәге һымаҡ, тине Марат Шакирйән улы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ