Донъя кимәлендәге объект. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Өфөлә төҙөлгән көрәш һарайына ошондай юғары баһа бирҙе. Вице-премьер Башҡортостанға эш сәфәре барышында төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса кәңәшмә уҙғарҙы, республика менән идара итеү үҙәгендә булды. Төп һөҙөмтәләр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Өфөнөң Глумилин биҫтәһендәге спорт объектында тәүлек әйләнһәенә эш ҡайнай. Мөһабәт көрәш һарайы баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы төҙөлгән объекттарҙың береһе. Бинаның дөйөм майҙаны - 28 мең квадрат метр.
Бында спорт комплексы, спорт көрәше мәктәбе, 3 меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар залы һәм башҡа уңайлыҡтар ҡаралған. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары спорт бинаһына юғары баһа бирҙе. Был донъя кимәлендәге объект, ул Башҡортостандың ғына түгел, тотош илдең ғорурлығы буласаҡ, тине Марат Хөснуллин.
Быйыл көҙ Көрәш һарайы "Рәсәй-спорт державаһы" 12-се халыҡ-ара форумын һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культура һәм спорт советын ҡабул итә. Әлеге ваҡытта көрәш һарайы 83 процентҡа әҙер.
Заманса көрәш һарайы башҡаланың йөҙөн билдәләгән объекттарҙың береһе булыр тип көтөлә. Спорт объектының проекты үҙенсәлекле, бында мәрмәр коллоналар ғына 57. Уларҙың һәр береһенең бейеклеге - 16,5 метр. Көрәш һарайын быйыл 31 августа файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Республика менән идара итеү үҙәгендә лә булды. Вице-премьер уның эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Был эш тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәренә лә таратыу мотлаҡ, тотош Башҡортостандың йәшәйеше ус төбөндәге һымаҡ, тине Марат Шакирйән улы.
Ике яҡ араһындағы осрашыу барышында Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллинға төҙөлөш секторын һәм транспорт өлкәһен үҫтереүҙәге ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Йыл аҙағына М-12 федераль трассаһының Башҡортостан буйынса участкаһын файҙаланыуға тапшырабыҙ. Ә торлаҡ төҙөлөшөн 2030 йылға 4 миллион квадрат метрға еткереү бурысы тора, тине Республика етәксеһе. Радий Хәбиров Марат Хөснуллинға төбәккә ярҙамы һәм фиҙаҡәр эшмәкәрлеге өсөн "Башҡортостан алдындағы хеҙмәте өсөн" орденын тапшырҙы.
Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмәлә лә тәү сиратта торлаҡ һәм юл төҙөлөш тураһында һүҙ барҙы. Был тәңгәлдә Башҡортостандың эш йүнәлештәрен өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, республика авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса программаны ваҡытынан алда тамамлаған. Уны тормошҡа ашырыуға 2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән, 9 мең тирәһе кеше фатир туйлаған. Торлаҡ сәйәсәте буйынса төбәктең үҙ программалары ла бар.
Марат Хөснуллин әйтеүенсә, Башҡортостан төп күрһәткестәр буйынса алдынғы позицияларҙы биләй. Был эҙмә-эҙлекле, төптән уйланылған эшмәкәрлек һөҙөмтәһе, тине Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары.
Марат Хөснуллин менән Радий Хәбиров Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү барышын да ҡараны. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалды.
Рәмзиә Кәримова



