Бөгөндән АИ-95 ATUM - 55 һум 90, АИ-92 - 51 һум 25, АИ-92 ATUM - 52 һум 35 тин тора. Дизель яғыулығы 20 тингә ҡиммәтләнгән. Хәҙер уның литры 63 һум 45 тин тора. АИ-100 маркалы бензин да 1 тингә генә ҡиммәтләнеп, 69 һум 25 тингә еткән. Әйткәндәй, «Башнефть» компанияһы июлдә хаҡты өсөнсөгә үҙгәртте. Бынан алда яҡыулыҡҡа хаҡ 1 һәм 6 июлдә күтәрелде.






