«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк». Баймаҡ районында төрлө өлкә табиптары халыҡты күсмә ҡабул итә башланы. Мобиль медицина комплексы был юлы Йылайыр зонаһына ҡараған ауылдарҙы ҡараясаҡ. Теманы Теманы киләһе видеҙма дауам итә.
Ишмөхәмәттәр табиптарҙы ихлас ҡаршы алды. Сөнки район үҙәгенән алыҫ ятҡан ауылға тәжрибәле белгестәрҙең килеүе һирәк күренеш. 44 йыл һауынсы булып эшләгән 85 йәшлек Вазифа Биишева ла был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмай, һаулығын хәстәрләп күренергә килгән килгән.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп маҡсаты -төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәрҙең медицина ярҙамы алып, тар йүнәлешле белгестәрҙән сәләмәтлеген тикшертеү. Халыҡҡа ла бик уңай, район үҙәгенә барыу өсөн транспорт эҙләргә, аҡса түгергә һәм сират көтөргә лә кәрәкмәй.
Сирҙәргә шик булған йәки уларҙы асыҡлаған осраҡта граждандар контролгә алына,диагнозды аныҡлау өсөн тикшереүгә ебәрелә. Күп ауырыуҙарҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк, шуға күрә лә ваҡытында диспансеризация үтеп, белгестәргә даими рәүештәкүренеп тороуҙы табиптар хуплай.
Рүзилә Ғүмәрова



