Республикала Турахан халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумына старт бирелде

Башҡортостанға икенсе ҡараш менән. Республикала Турахан халыҡ-ара этномәҙәни симпозиумына старт бирелде. Уны асыу Евразия күсмә цивилизациялар музейы биләмәһендә үтте. Төрлө илдәрҙән йыйылған 15 рәссам төбәктең иҫтәлекле урындарына сәйәхәт ҡылып картиналар яҙасаҡ. Һынлы сәнғәт өлгөләре Башҡортостан фондын тулыландырасаҡ. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Халыҡ-ара симпозиум Турахан кәшәнәһе янында икенсе йыл рәттән үткәрелә. Әммә был юлы йыйылған рәссамдар - буласаҡ күсмә цивилизациялар музейының яңыраҡ ҡына асылған визит үҙәгенә килгән тәүге ижади берләшмә. 15 ҡатнашыусы, улар араһында Әзербайжан, Иран, Монголия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан вәкилдәре бар. Уларҙың барыһын да ижадҡа һөм тарихҡа һөйөү берләштерә.

Пейзаж илһамландыра. Быға тиклем ҡайҙалыр күргән һымаҡмын. Башҡортостан тәбиғәте Левитан пейзажына оҡшаған тип тә әйтергә мөмкин.

Далерджон Усмонов, Тажикистан дизайнерҙары союзы ағзаһы

Мин бында ике көн элек килдем, ҡайһы бер урындарҙы ҡарап өлгөрҙөм дә инде. Бик оҡшаны, мине башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығы хайран ҡалдырҙы. Һеҙҙә тарихи урындар бихисап. Төрлө илдәрҙә булғаным бар, шуға күрә сағыштырырлыҡ урындар бар.

Хани Фарамарз, Иран рәссамдары йәмғиәте ағзаһы

Был рәссамдарға башҡарылырға тейешле эштәрҙең береһе генә. Кейеҙ баҫыу өмәһе - күпселек халыҡтарға хас йола. Сит ил ҡунаҡтарының Башҡортостан менән танышыу тап Шишмә районында башланыуы юҡҡа ғына түгел. Был урынды күсмә цивилизацияларҙың бишеге тип атайҙар. Аҙна дауамында рәссамдар республиканың башҡа мөһим майҙансыҡтарында ла буласаҡ.

Симпозиумдың төп маҡсаты - мәҙәни алмашыу. Һөҙөмтәлә рәссамдар башҡорт колоритын иҫәпкә алып үҙҙәренең йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған картиналар ижад итәсәк.

Симпозиум Бөрйән районындағы Шүлгәнташ музейы майҙансығында тамамлана. Ошо ваҡытҡа тиклем картиналарҙы яҙып, күргәҙмә ойоштороу планлаштырылған. Һынлы сәнғәт өлгөләре киләсәктә Евразия күсмә цивилизациялар музейы коллекцияһын тулыландырасаҡ. Ойоштороусылар фекеренсә, фонд боронғо экспонаттарҙан ғына түгел, ә хәҙерге халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдырған сәнғәт экспозициялырын да үҙ эсенә алырға тейеш.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ