Беҙҙең башҡорт егете Рамаҙан Биккинин «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы геройы. Социаль селтәрҙәге рубрикаһында Радий Хәбиров төрлө йәштәге һөнәр эйәләре, төрлө мауығыуҙары булған шәхестәр хаҡында яҙа. Төбәк етәксеһе был юлы Кремль һарайында үткән «Еңеү музейы» проекты концертынан өҙөк һалған. Унда яҡташыбыҙ «Онотмағыҙ» йырын бөтә күңелен һалып башҡара.
12 йәшлек Рамаҙан Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка тәрбиәләнеүсеһе. Ул башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә йырлай. Бер нисә йыр бәйгеһендә еңеү яулаған. Малайҙың уңышы - уның ата-әсәһе Рәсимә һәм Илдус Биккинандарҙың оло хеҙмәте. Улар балаларында матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләгән, милли мәҙәниәт менән таныштырған. Һәм ысын илһөйәрҙәр үҫтергән. Әйткәндәй, Рамаҙандың ғаиләһе ижади, уның апаһы Алһыу Өфө сәнғәт училищеһының эстрада-джаз йыры бүлегендә уҡый. Рамаҙан Биккинин башҡарған йырҙы аҙағына тиклем тыңлағыҙ, зинһар, тип яҙған Башҡортотсан башлығы.



