Мобилизацияланған һәм үҙ теләге менән контракт төҙөгән бер төркөм яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙар ике йылға яҡын ил алдындағы бурысын үтәй. Күптәр иҫәп буйынса өсөнсөгә отпускыла булған. «Өфө-арена» комплексы янындағы майҙандан уларҙы яҡындары оҙатты. Билдәләнгән маршрут буйынса автобустар бүленгән, кире рейста хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө ялға ҡайта.






