Өфө фән һәм технологиялар университетының ҡабул итеү комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә 63 меңдән ашыу ғаризаның 55 проценты тап ошо ысул буйынса тапшырылған. Документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Республика юғары уҡыу йорттарында асылған яңы йүнәлештәр, бюджет урындарға конкурс барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Талон алаһың да, сиратыңды көтәһең. Өфө фән һәм технологиялар университетында абитуриенттарҙан аттестат, дипломдың төп нөсхәһе һәм башҡа документтар ҡабул итеү буйынса айырым офис ойошторолған. Ул күп функциялы үҙәкте хәтерләтә. Бында килеүселәр ҡайһы йүнәлеш буйынса уҡыуын дауам итергә теләүен аныҡ белергә тейеш. Данис Камалов та оҙаҡ уйлағандан һуң «мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» буйынса белгес булырға ҡарар иткән.
Быйыл республика юғары уҡыу йорттарында ун биш меңгә яҡын бюджет урын иҫәпләнә, уларҙың 5 мең ярымы Өфө фән һәм технологиялар университетына тура килә. Бында 150 йүнәлеш буйынса һөнәр үҙләштерергә мөмкин. Дөйөм алғанда, вуз буйынса бер урынға ун абитуриент дәғүә итә.
Әлегә университетта абитуриенттарҙан 63 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән, уларҙың күп өлөшө «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы һәм юғары уҡыу йорто сайты аша тапшырылған. «Һанлы химия», «Компьютер уйындары эшләү», «Таможня эше» кеүек яңы асылған йүнәлештәргә ихтыяж юғары булыуы билдәле. Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында ла төрлө мәғариф программалары буйынса белемле йәштәр туплана.
2022 йылда университет стеналарында «Киләсәк моторҙары» әйҙәүсе инженер мәктәбе лә ойошторолғайны. Федераль проект сиктәрендә фәнни-ғәмәли эш алып барыуға махсус лабораториялар, производство цехтары булдырылған. Теоретик һәм практик белем алғандан һуң йәштәр конструктор бюроһында эш башлай.
Башҡорт дәүләт аграр университетында абитуриенттар араһында «йылылыҡ энергетикаһы», геодезия, ландшафт архитектураһы һәм ветеринария йүнәлештәре айырыуса популяр. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инергә теләүселәр ҙә күп. Яңы ҡағиҙәгә ярашлы, тик бер ойошма менән генә килешеү төҙөргә мөмкин.
Бакалавриат һәм специалитет буйынса аттестаттың төп нөсхәһен 25 июлгә тиклем тапшырырға мөмкин. Маҡсатлы, айырым квота буйынса килгән абитуриенттар, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары аҙна аҙағына тиклем документтарын килтерә ала. Конкурстың төп этап һөҙөмтәләре август башында билдәле була
Гөлназ Хәйбуллина



