Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы өсөн тәү маҡсат - юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү һәм иҫкәртеү. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан ғына ҡаршы һыҙатҡа сығыу буйынса билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе боҙоуға бәйле 96 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 39 кеше һәләк булған, 165-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
«Ҡаршы һыҙат» профилактик сараһы аҙна дауамында водителдәрҙең машиналарҙы уҙғанда ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүенә етди иғтибар бүләсәк. Талаптар үтәлмәһә, яуаплылыҡ та ҡаралған.






