Саҡмағош районының төпкөл ауылдарына медицина десанты килде

«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә төбәк халҡына үҙҙәренең һаулығын тикшертеп, төрлө табиптарҙан консультация алыу мөмкинлеге тыуҙырылды. Тәүге көндә «Сәләмтлек поезы» Иҫке Үҙмәш ауылында туҡтаны. Мобиль комплекста ҡанға биохимик анализ бирергә, ЭКГ, флюорография, маммография үтергә мөмкин булды. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса аҡ халатлылар айырым пациентарға дауалау тәғәйенләгән йәки тикшереүгә ебәргән.

«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған сара Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса йыл һайын ойошторола. Ул ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн медицина ярҙамын яҡынайтыу маҡсатында үткәрелә.

Етди сирҙәре булыуға шик тыуған йәки асыҡланған бөтә граждандар диагноздарын аныҡлау өсөн өҫтәлмә тикшереүгә, дауалауға йүнәлтелде һәм контролгә алына. Медицина десанты артабан Саҡмағош районының Иҫке Биккенә, Туҙлыҡуш һәм Иҫке Бәшир ауылдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ