Хәҙерге ваҡытта башҡаланың тарихи үҙәгендә төҙөкләндереү эштәре ҡайнай. Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәтенең бинаһы ла яңы һулыш кисерә. Әле объектты көрән төҫкә буяу бара. Былтыр фасад капиталь ремонт сиктәрендә һары төҫкә буялған булған. Әммә ҡала халҡына оҡшамау сәбәпле төҫтө үҙгәртергә хәл ителгән. Буяу эштәрен ике аҙнала тамамлау ҡаралған.
Өфөлә дөйөм алғанда 500 турист объекты барлыҡҡа килгән. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 200 миллион һумдан ашыу субсидия йәлеп ителгән. Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ коллонадаһы төҙөлә. Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залы, «Родина» кинотеатры, Мостай Кәрим исемендәге Йәштәр театры скверҙары тәртипкә килтерелгән, Аксаков баҡсаһы төҙөкләндерелгән. Сауҙа нөктәләрендә башҡаланың символдары менән сувенирҙар һатыуға сығарылған. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса берҙәм рәсми бренд тәҡдим ителгән.






