«Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы ағзалары солоҡсолоҡ серҙәренә төшөндө

Боронғо кәсепкә һаҡсыл ҡараш. «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сараны тормошҡа ашырҙы. Был юлы улар Белорет районында ата-бабаларҙан ҡалған солоҡсолоҡ серҙәренә төшөндө. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡурайҙан ағылған моң Елмәрҙәк итәгендә урынлашҡан Ноҡат ауылын моңға сорнаны. «Уралым» башҡорт халыҡ көйөнөң балалар менән бергә башҡарылыуы, ата-бабаларыбыҙҙың изге аманатына тағы ла һаҡсыллыҡ тойғоһон тәрбиәләй. Ә ул «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһының мөһим бурыстарының береһе. Бөгөнгө осрашыуҙа иһә атайҙар улдарын боронғо кәсепкә өйрәтте.

Сара ҡатнашыусылары йәрәбә тартып, һандар буйынса үҙ түмәрен тапты. Урында уҡ хәүефһеҙлек буйынса инструктаж да үтте. Был бик тә мөһим сара. Сөнки, балалар ысын эш ҡоралдары менән эшләйәсәк.

Әйткәндәй, был умарталарҙы станокта яһап булмай, ҡул ярҙамында ғына эшләнә. Һәм ул шуның менән дә ҡиммәтле. Шулай уҡ ысын солоҡ тик ысын ҡырағай ҡорттар өсөн тәғәйенләнгән. Уларҙа ҡышлай ҙа ала. Бал ҡорттарының башҡорт популяцияһы ғына шундай һәләткә эйә. Был турала эш барышында замандашыбыҙ Азамат Заһиҙуллин тармаҡ нескәлектәре менән таныштыра барҙы.

Ҡырағай бал ҡортоноң да солоҡ балы, умарта балына ҡарағанда ун тапҡырға тиерлек ҡиммәтерәк. Һуңғы йылдарҙа солоҡ һәм түмәр умартасылығына ҡыҙыҡһыныу ҙа һиҙелерлек артты. Быға тәбиғи ҡырағай, экологик яҡтан таҙа балға ихтыяж да булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, республика башлығының иғтибары ярҙамында «Солоҡ һәм түмәр умартасылығына ярҙам» программаһында ҡатнашыусылар һанын арттырҙы. Ул солоҡ һәм түмәр умарталары, бал ҡорттары оялары хаҡының 50 проценты күләмендә субсидия алырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ урындағы бал ҡорттары тоҡомон үрсетеү буйынса питомник тотоу менән шөғөлләнеүселәр ҙә һиҙелерлек ярҙам ҡаралған.

Белорет районында түмәр умарталарын эшләп, «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары тармаҡ үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе. Яңы һөнәр үҙләштереүселәр солоҡсолоҡ менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы ла арттырҙы.

Тап командала үҙ түмәр умартаһын эшләгән атайлы-уллы эш һуңында ырыу тамғаһын да баҫты. Ә инде бөгөнгө осрашыу халыҡ уйындарында уйнап, бергәләп ялан сәйен эсеү менән тамамланды.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ