65 йыл никахта иңгә-иң терәшеп. Дүртөйлө районынан ирле-ҡатынлы Альбина Һәм Фәнис Фәррәховтар тимер туйын билдәләне. Бындай юбилейға бик һирәк парҙар ғына барып етә. Тимер туй ғаилә ептәре ныҡлығын күрһәтә, был йылдар эсендә мөнәсәбәттәр ҙә тимер кеүек ышанслыға әүерелә. Улар баласаҡ, мәктәп, йәшлек йыдарын бергә үткәргән ауылдаштар. Фәррәховтарҙың ғаилә ҡиммәттәре һәм мөхәббәте хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Альбина Нияз ҡыҙының ҡамырҙан бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ тәмле килеп сыға. Уңған ханым:»Ғаиләне ҡатын-ҡыҙҙың күндәмлеге, сабырлығы һаҡлай,»ти.
Хәләле Фәнис Нурлығаян улы ла эшкә уңған. Ул иртә таңдан бүләләре, ейәндәре менән Яубаҙы күлендә балыҡ ҡармаҡлай. Ир-ат һыу буйынан йөрөп килгәнсе өлкән ҡыҙҙары Фатима аш-һыу хәстәрләй.Ҡамыр еҫе таралған йорттан нур бөркөлөп тора. Усаҡ тәжрибиәһе әсәләренән күскән.
Улар бала, үҫмер саҡтан бергә. Ут күршеһендәге орсоҡ кеүек бөтөрлөп торған, сибәр, уңған ҡыҙға күрше егете Фәнис ғашиҡ була. Альбина етенсе кластан ҡошсолоҡта хеҙмәт юлын башлай, Фәнис Нурлығаян улы Баҡалыла ветернинар һөнәрен үҙләштерә.
Ауыл ерендә һүҙ һөйләп кенә бала тәрбиәләү мөмкин түгел. Ата-әсә балалары өсөн үҙҙәре үк эшһөйәрлек һәм тырышлыҡ өлгөһө булып тора.Күптән инде хаҡлы ялда булған Фәррәховтар йорт-баҡса эштәрен дә һәр ваҡыт бергә башҡара.
Мөхәббәтле, татыу Фәррәховтар ике ҡыҙ тәрбиәләп оло тормош юлына сығарған. Фәррәховтарҙы тимер туйҙарын менән тәбрикләргә ҡыҙҙары кейәүҙәре менән бергә ете ейәне. ете бүлә-бүләсәһе лә ҡайтҡан.Быуындан-быуынға күсеп килгән , рухи бөтөнлөк, йөрәк көсө тыуған тупраҡтан, ата-әсәле бәхетле ғаиләлә алған тәрбиә нигеҙҙәренән, ти ҡыҙҙары Зилә.
Был ғаиләлә өлкәндәр ҡушҡан зш һәр ваҡыт еренә еткерелеп башҡарыла.Ейәндәре, бүлә-бүләсәләре лә баҡса эштәрендә һәм йорт-ҡара тирәһендә ихлас ярҙам итә.
Фәррәховтарҙың яғымлы ҡарашы йәнде иретә, алсаҡ , шәфҡәтле, йөҙөнән мәрхәмәт һәм нур бөркөлөп тора. Улар булмышын аҡыллы тормош фәлсәфәһе, миһырбанлыҡ билдәләй.
Альбина Нияз ҡыҙы Фәнис Нурлығаян улы балалары өсөн ҡәҙерле булған тыуған йорттоң йылыһын, нурын, ҡотон, наҙын ебәрмәй ғүмер итә. Фәррәховтар һәр балаһын йылы ҡосағына һағынып көтөп ала, уртаҡ тормоштоң, тир түгеп тапҡан бәхеттең ҡәҙерен белеп, йәмен тойоп йәшәй.
Гүзәл Борханова






