Учалы районының Ҡотой ауылында халыҡ-ара «Олотау йыйыны» футбол фестивале үтте

Оло тауҙың оло йыйыны. Ял көндәрендә Учалы районының Ҡотой ауылында алтынсы халыҡ-ара «Олотау йыйыны» футбол фестивале үтте. Быйыл турнир өс көн дауам итте һәм ҡатнашыусы командалар һаны буйынса ла рекорд ҡуйҙы. Приз фонды ла быйыл миллион һумға барып етте. Бәләкәй генә ауылдың тотош илгә дан алған спорт байрамы тураһында киләһе репортажда.

Әле бер нисә йыл элек кенә ошо тау башында ике дуҫ футбол командаһы туплап үҙ -ара ярыш ойошторорға хыялланып ултырған була. Бөгөн иһә Оло тау битләүе шат көйәрмәндәр, ҡомарлы уйынсылар тауыштарына күмелгән. Йөҙ ихатаға ла етмәгән бәләкәй генә ауыл ошо тауыштар аша тотош илгә дан алды.

Тәүҙәрәк яҡын тирәләге ауыл егеттәре һатыуҙан алынған кубок, миҙалдар өсөн көс һынашһа, хәҙер «Олотау йыйыны» бренд. Фестивалдә 8 төбәктән 40 команда ҡатнашты. Башҡортостандан ғына улар 14. Футбол тибеүгә ҡыҙҙарҙың ҡушылыуы ла быйылғы уйындарҙың төп яңылығы.

Ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта барыуы ла аңлашыла. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә «Оло тау йыйының» приз фонды ауылға хас булмаған күләмгә етте. Быйыл ул бер миллион һум тәшкил итә. Үҙ сиратында еңеүгә ынтылыш, еңелеү өсөн көйөүҙәр ҙә көслө.

«Олотау йыйыны» күптән инде футбол турниры ғына түгел, ә күләмле спорт фестивале. Уйындар араһындағы тәнәфестәрҙә футболсылар призлы конкурстарҙа үҙҙәрен күрһәтә ала, ат сабышы, киберфутбол, көрәш, уҡтан атыу,тауға йүгереү, йәмғеһе 14 спорт төрө буйынса уйындар уҙғарыла.

Фестиваль юғары кимәлдә үтһә лә спортсылар һәүәҫкәр. Профессиональ футболсылар ҡатнаша алмай. Сөнки фестиваль шарты буйынсы спортсы үҙе сығыш яһаған ауылда тыуырға йәки теркәлергә тейеш. Быйыл «Оло тау йыйыны» еңеүсеһе Әбйәлилдең Северный командаһы. Улар төп приздан тыш ғәҙәттәгесә юртаҡ менән бүләкләнде.

Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ