Милли мираҫ дәүләт реестрына башҡорт теле, ҡымыҙ һәм көрәш индерелә

Башҡорт теле, ҡымыҙ, көрәш, башҡорт туй йолалары, башҡорт тирмәһен ҡороу технологияһы, башҡорт халыҡ музыка-поэтик ижады һәм башҡалар республиканың милли мираҫы дәүләт реестрына индерелә.

Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы- ҡоролтайға тәҡдим иткән тейешле закон проекты көҙгө сессияла ҡарала. Парламент рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, башланғыс ата-бабалар хәтерен, быуындар күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген һаҡлауға, шулай уҡ үҙенсәлекле рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫ объекттарын популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

«Башҡортостан Конституцияһына айырым яҡлау аҫтында булған объекттар индерелгән. Улар араһында - «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы», «Ирәмәл» тәбиғәт парктары, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау кеүек тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Милли мираҫ дәүләт реестрына ингән башҡа объекттар ҙа ошондай һаҡлау статусына эйә була. Республиканың тәбиғәт ҡомартҡыларынан һәм архитектура йәһәтенән иҫтәлекле урындарынан тыш, был республиканың милли мәҙәниәтенең төрлөлөгөн билдәләгән үҙенсәлекле продукттар һәм алымдар», - тип билдәләгән Константин Толкачев.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ