Өфөлә әсәйҙәрҙең футбол буйынса Бөтә Рәсәй суперкубогы үтте

Бутсы һәм спорт формаһында. Өфөлә әсәйҙәрҙең футбол буйынса Бөтә Рәсәй суперкубогы үтте. Командаларҙың тәжрибәһен иҫәпкә алып алтын, көмөш һәм бронза лигалар ойошторолдо.

Ярыштарҙа 12 ҡатын-ҡыҙҙар коллективы ҡатнашты. Күп кенә әсәйҙәрҙең был спорт төрө менән улдары шөғөллөнә. Ҡыҙыҡһыныуҙары ҙур булғас гүзәл заттар үҙҙәре лә футбол менән мауыға башлай. Хәҙер улар тәмле аш-һыу әҙерләп кенә ҡалмай, шулай уҡ туп менән дә оҫта эш итә. Туринрҙы ойойштороусылар билдәләүенсә,был хәрәкәт 2017 йылда Санкт-Петербургта барлыҡҡа килә, ә һуңыраҡ Рәсәй футбол союзы уны ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң яҡшы проект тип таный. Быйыл «Әсәйҙәр футболы» берләшмәһе Ғаилә йылына бағышланған «100 турнир - 100 ҡала» уникаль социаль проектын тәҡдим итте. Уйындар марттан ноябргә тиклем бара. Уға Рәсәй субъектары менән бер рәттәт, Бойондороҡһоһ дәүләттәр берләшмәһе илдәрендә лә ҡушлыған. Бөгөнгә бер көнлөк 45 футбол турниры үткәрелгән дә инде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ