Антирекорд тураһында республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Халыҡты алдауҙың 45 осрағы буйынса ла енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Радий Хәбиров күптән түгел ауыл биләмәләре башлыҡтарынан халыҡҡа телефон аша мутлашыусылар тураһында мәғлүмәт еткереүҙәрен һораны. Аңлауығыҙса, алдау юлы менән аҡса алыу схемаларын махсус хеҙмәттәр әҙерләгән, был аҡса туранан-тура Украина хәрби көстәрен финанслауға йүнәлтелә. Халыҡ уларҙың тоҙағына эләкмәһен өсөн аңлатыу эштәрен алып барырға кәрәк, сөнки күптәр фатирҙарын һата, кредитҡа бата һәм һуңынан бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк, - тип билдәләне Башҡортотсан башлығы.






