Ике аҙна эсендә Шишмә районындағы Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге аша ун өс меңгә яҡын кеше үткән. Турахан кәшәнәһе эргәһендә асылған яңы объект мөмкинлектәрен Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән туристар ҙа юғары баһалап, Өфөгә яҡын урынлашыуы айырыуса ҡыуаныслы булыуын билдәләне. Дала киңлегендә урындағы ландшафтты ҡабатлап төҙөлгән комплекста БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла булды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Турахан кәшәнәһенә тиклем һалынған эко-һуҡмаҡ аша кесеһе лә, олоһо ла, аҙ мобилле граждандар ҙа еңел үтә ала. Ерҙән биш градус ауышлыҡта, урындағы тәбиғәттең формаһын ҡабатлап төҙөлгән. Маршрут буйынса эскәмйәләр, тарихи мәғлүмәт менән стендтар урынлаштырылған. Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит-үҙәге асылыуы ла биләмәгә туристар ағымын арттырған.
Ике аҙна эсендә генә визит-үҙәк аша ун ике мең ярымдан ашыу кеше үткән. Комплекстың эш ваҡытын иҫәпкә алғанда, биләмәлә ял итеүселәрҙең тағы ла күберәк булыуын билдәләргә мөмкин. Проект архитекторҙар тарафынан да уңышлы баһалана.
Визит үҙәк урындағы ландшафтҡа яраҡлаштырып төҙөлгән. Объекттың иң бейек нөктәһе ете метр. Ҡыйығы ла ағастан эшләнгән. Был урындан да атлап үтергә мөмкин. Тирә яҡҡа матур күренеш асыла.
Көмбәҙгә тиклем бейеклеге һигеҙ метр булһа, стена ҡалынлығы бер метрҙан ашыу. Турахан кәшәнәһе таштан төҙөлөп, быуаттар аша үҙенең архитектура-тарихи ҡиммәтен юғалтмаған. Уны тергеҙеү буйынса эштәр ҙә башҡарыу ҡаралған.
Визит-үҙәккә килгәндә - ул йәмәғәт урыны булараҡ эшләй. Уның майҙаны - 650 квадрат метр. Килгән ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар ойошторола, тарихи экспозиция менән танышырға мөмкин. Ҡунаҡтар Бст телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова авторлығындағы фильмды ла ҡарай ала, көнөнә ике тапҡыр күрһәтелә. Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған.
Визит-үҙәкте асыу тантанаһында буласаҡ музей-күргәҙмә комплексының тәүге экспонаттары - Ғосман Ҡөръәне һәм Остромир Евангелияһының күсермәләре лә тапшырылғайны. Рәсәй-Евразия халыҡтары мәҙәниәттәре һәм диндәре берҙәмлеге символы.
Күргәҙмәне тарихи артефакттар менән байытыу буйынса эш артабан да дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта визит-үҙәктә кафе асылып, милли аш-һыу тәҡдим ителеүе лә - Шишмә районында туризмды үҫтереүгә этәргес.
Визит-үҙәк - ҙур проекттың башы ғына. Биләмәлә музей-күргәҙмә комплексы, Башҡорт аты үҙәге, спа-шифахана ла буласаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, алдағы йылдарҙа ҙур төҙөлөш, фәнни тикшеренеү, эҙләнеү эштәре көтөлә.
Туризм үҫеше урындағы кәсепселәрҙең эшен дә йәнләндергән. Шишмә районында утыҙҙан ашыу йүнсел берләшеп, Турахан кәшәнәһенә арналған сувенир продукцияһын әҙерләй башлаған. Визит-үҙәктә ойоштороласаҡ күргәҙмә-йәрминкәләрҙә республиканың төрлө район-ҡалалары оҫталары ла сығыш яһай ала.
Гөлназ Хәйбуллина






