Башҡортостанда ярты йыл эсендә 32 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған

Әле республика клиник инфекция дауаханаһында геморрагик биҙгәк менән буйынса тикшереү үткәрелә, биш осраҡта диагноз теркәлгән. Ялан, урман, баҡса шарттарында сысҡан ҡалдыҡтарынан йоҡҡан сир айырыуса йәйге осорҙа күпләп тарала. Хәүефле сир һәм унан һаҡланыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Вилдан Ғүмәров яланға ғаиләһе менән ял итергә сығып сысҡан биҙгәге менән ауырый башлаған. Үҙе ауыл ерендә тыуып үҫкән ир хәүефле сир тураһында быға тиклем ишетеп кенә белгән. Тәү башлап һалҡын тейгәндер тип уйлаған пациенттың хәле көндән көн насарайған. Ашығыс ярҙам саҡыртҡас уны республика клиник инфекция дауаханаһына оҙаталар. Ауыр хәлдәге пациент тикшереү үткәс хәүефле диагноз теркәлгән.

Республика клиник инфекция дауаханаһында әле сысҡан биҙгәге менән ун пациент дауалана. Хәүефле диагноз менән ваҡытында табиптарға мөрәжәғәт итмәгәндә үлем осраҡтары 80 процентҡа тиклем етә.

Биҙгәкте кимереүселәрҙең бөтә төрҙәре лә таратыуы ихтимал. Шулай ҙа иң ҡурҡыныс янаған осраҡ -ялан сысҡандары, ти белгестәр. Ауырыу йоҡтороу осрағының 90 процентында тап һоро йән эйәләре сәбәпсе.

Геморрагик биҙгәк иң ҡурҡыныс йоғошло сирҙәрҙән һанала. Ул бөйөрҙө генә түгел, башҡа ағзаларҙы ла зарарлай, ҡан тамырҙарына зыян килтерә. Әммә сирҙе иҫкәртеү ысулдары ябай - урманда, яланда, баҡсала гигиена талаптарын үтәү, бирсәткә, битлек кейеү, ризыҡтарҙы дөрөҫ файҙаланыу. Сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай, әммә кимереүселәрҙең вируслы ҡалдыҡтары аҙ күләмдә эләккәндә лә хәүефле эҙемтәләргә килтерә.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ