Өфөлә сифатлы медицина ярҙамында пациентҡа хәрәкәтләнеү мөмкинлеге ҡайтарылды

Пациентҡа хәрәкәтләнеү мөмкинлеген ҡайтарыу. Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы табиб-нейрохирургы, медицина фәндәре кандидаты Артемий Новиков арҡа мейеһенә әмәлиәт яһап, ауырыуҙың йәшәү кимәлен бер-нисә кимәлгә еңеләйтергә ярҙам иткән. Ваҡытында сифатлы медицина ярҙамы алған пациент һәм уның һаулығы һағында тороусылар менән БЮТ ижади төркөмө аралашты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Магнит-резонанс томографияһында пациенттың әмәлиәткә хәтлем һәм унан һуңғы хәлендә айырма ҙур. Тәүгеһендә 5х2, 5х1 сантимерлыҡ шеш. Тап был шеш уның һаулығын ҡаҡшата, аяҡтары йөрөмәй башлай, таз һөйәге янындағы органдар эшмәкәрлегәнә кире тәьҫир итә.

Йәш ирҙә асыҡ формала туберкулез булыу сәбәпле, әмәлиәтте туберкулезға ҡаршы республика клиник диспансерында яһайҙар. Операцияны Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһы табиб-нейрохирургы Артемий Новиков етәкселегендәге хирургтар бригадаһы яһай.

Әмәлиәтте быйыл 22 февралдә яһаныҡ. 3 сәғәт ярым арауығында шеште тулыһынса ҡырҡып ташланыҡ. Гистологик тикшеренеүҙәр ярҙамында уның ямаш шеш булмауын асыҡланыҡ. Әлеге ваҡытта пациент үҙен яҡшы тоя. Әкренләп хәрәкәтләнә, үҙ аллы бәҙрәфкә бара, оҙайлы реабилитациянан һуң ныҡлап аяҡҡа баҫып китер тип өмөтләнәбеҙ.

Артемий Новиков, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы табиб-нейрохирургы, медицина фәндәре кандидаты

Пациент әлеге ваҡытта оҙайлы реабилитация үтә. Махсус инструктор ярҙамында дауалау физкультураһы менән дә шөғөлләнә. Аяҡтары күнекмәнән-күнекмәгә яҡшыраҡ хәрәкәтләнә, дауаланыусы үҙен көндән-көн яҡшыраҡ һәм ышаныслыраҡ тоя, ти белгестәр.

Пациент менән көн һайын күнекмәләр яһайбыҙ. Бынан тыш ул үҙ аллы 3-4 тапҡыр күнекмәләр яһай. Динамика ыңғай: ул ултыра, карауаиынан креслоға үҙ аллы күсеп ултыра ала.

Елена Жданова, туберкулезға ҡаршы республика клиник диспансерының дауалау физкультураһы инструкторы

Беҙҙең бүлек үпкә туберклезынан тыш, пациенттарҙа шеш, терәк-хәрәкәт, ашҡаҙан-эсәк органдарын, ҡолаҡ-тамаҡ-танауҙы дауалауҙа махсуслаша. Әгәр ҙә пациентта үпкә сире асыҡлана икән, уны беҙ үҙебеҙҙә дауалайбыҙ. Тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу өсөн тейешле дауалау процедуралары башҡарабыҙ.

Дмитрий Николаев, туберкулезға ҡаршы республика клиник диспансерының хирургия бүлеге мөдире

Туберкулезға ҡаршы республика клиник диспансерында йылына 35-ләгән пациентта умыртҡа бағанаһы сире асыҡлана. Уларҙың ике тиҫтәнән ашыуына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Әбйәлил районынан бында реабилетация үткән пациент та нығынып, бер-нисә айҙан тыуған яҡтарына үҙ аяҡтарында ҡайтырға иҫәп тота.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ