Быйыл Өфөнөң 45 километрҙан ашыу һыу үткәргес селтәрҙәренә капиталь ремонт үткәрелә

Бының өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелтеү ҡаралған. Төҙөкләндереү алып барылған участкаларҙың береһе СССР-ҙың 50 йыллығы урамында урынлашҡан. Хеҙмәткәрҙәр бында иҫкергән торбаларҙы алмаштырыла. Сөнки тап ошондай урындарҙа коммуналь авариялар теркәлеүе ихтимал. Сентябрь урталарына эштәр тулыһынса тамамланырға тейеш. Яңыртылған һыу үткәргес кәмендә ярты быуат хеҙмәт итәсәк. Әлеге ваҡытта һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәрен алмаштырыу буйынса эштәр 70 процентҡа процентҡа теүәлләнгән. «Өфө һыу каналы» предприятиеһынан билдәләүҙәренсә, уҙған йылдар менән сағыштырғанда быйыл эштәр күләме бер нисә тапҡырға артҡан.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ