Өфөлә яугирҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар

Өфөлә яугирҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар

Өфөлә ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар. Мобилизацияланған хәрбиҙәр өсөнсөгә ялға ҡайтҡан. Юлға сығыусыларҙы “Өфө-Арена” спорт һарайы майҙанында ата-әсәләре, тормош иптәштәре, балалары оҙатты. Туғандар, ғаилә менән булыу, йыйылған эштәрҙе теүәлләү өсөн ике аҙна ла етә, - ти яугирҙәр.

Өфөлә яугирҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар
Фото №1 - Өфөлә яугирҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар

Башҡортостанда  контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Килешеү төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн ҡырҡлап ярҙам төрө бар. Республикала контракт төҙөүселәргә Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәндәргә бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була. Хәрби контракт хеҙмәте буйынса 117 берҙәм телефонына шылтыратып тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.

Фото №2 - Өфөлә яугирҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙаттылар
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ