Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхәфәһендә Айгөл һәм Айтуған менән таныштырҙы

Балаларға башҡорт телен өйрәтеү мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булырға тейеш. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхәфәһендә Айгөл һәм Айтуған менән таныштырҙы. Улар йәш быуынға башҡорт алфавиты хәрефтәре тураһында һөйләйәсәк.

«Әлифба» - 3-5 йәшлек балалар өсөн ҡыҫҡа һәм бик позитив йәнһүрәттәр серияһы. Ул фондан бүленгән грант ярҙамында төҙөлә. Проектты рәссам-карикатурист Камил Буҙыҡаев һәм «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Муха» студияһы әҙерләгән. Һәр серия өҫтөндә, сценарий яҙыусыларҙан һәм рәссамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар, уҡытыусылар эшләй. Элек был йәнүҙәрәттәрҙе телевизорға ғына күрһәткәндәр, ә хәҙер социаль селтәрҙәрҙә, проекттың рәсми төркөмөндә лә донъяға килгән. Балаларҙың теле туған телдәрендә асылһын. Киләсәктә улар башҡортса уҡыһындар, һөйләшһендәр, уйлаһын һәм йырлаһындар өсөн, эште күңелле «Әлифба» менән таныштырыуҙан башлайыҡ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ