Селтәр маркетингында бизнес ҡороу, тышҡы реклама урынлаштырыу мөмкинлектәре бөгөн Өфөлә үткән Төбәк-ара форумында ҡарала. Волга буйы федераль округы вәкилдәре ҡатнашлығындағы фекер алышыуҙа төрлө тармаҡ белгестәре сығыш яһай.
Спикерҙар һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтар менән таныштырҙы, эшҡыуарҙарҙың урындағы власть органдары менән хеҙмәттәшлек итеү кәрәклеген билдәләне. Сөнки, дөрөҫ тултырылған норматив-хоҡуҡи акттар нигеҙендә Халыҡ-ара кимәлгә сығыу мөмкинлеген бирә. Белгестәр, шулай уҡ үҫештең перспективалы йүнәлештәре, тәжрибәләре менән уртаҡлашты һәм һанлы ҡарарҙарҙы интеграциялау варианттарын тәҡдим итте.






