Ырымбур өлкәһендә башҡорт мәҙәниәте байрамы үтте

Һайылмыш йылғаһының киң ярын Көйөргәҙе районының милли башҡорт ихаталары биҙәне. Сарала ҡатнашыусыларҙы абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне.

Байрамда традицион халыҡ кәсептәре һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе, шулай уҡ йәрминкә ойошторолдо. Килгән ҡунаҡтар сувенирҙар һатып алды һәм милли ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Көйөргәҙеләр бал, туҡыу, милли биҙәүестәр, ағас һырлау, боронғо ҡорал һәм башҡа бик күп әйберҙәр килтергән. Ҡунаҡтар тарих донъяһына сумып, башҡорт старшинаһы Кинйә Арыҫланов менән «аралаша» һәм «фотоға төшә» алды. Шулай уҡ улар уҡтан атыу оҫталығын һынап ҡараны, беләҙек эшләү серҙәренә төшөндө. Ҡунаҡтарға башҡорт милли ризыҡтары, эсемлектәр, шулай уҡ үлән сәйҙәре оҡшаны.

Сарала ҡатнашыусыларҙы абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне. Көйөргәҙе районының үҙешмәкәр артистары ҡатнашлығында сағыу концерт сараға байрам йәме өҫтәне. Милли көрәш буйынса ярыштар, ат сабыштары сараның иң сағыу мәлдәренең береһе булды. Байрамда ҡатнашыусы һәр кем башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәте менән таныша, уның йомартлығын һәм ҡунаҡсыллығын баһаланы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ