Өфөнөң күләмле юбилей объектында төҙөлөш эштәре тамамланыу алдында. «Көньяҡ ҡапҡа» техник рәүештә август аҙағында асылыуы көтөлә. Әлеге ваҡытта Генерал Рыленко урамындағы төҙөлөш кенә мәҫәлән, 82 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Урында барьер ҡоролмаларын урынлаштырыу, йәшелләндереү кеүек эштәр алып барыла. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Объект ҡатмарлы, сөнки төҙөлөш күп ҡатлы һәм шәхси йорттар тирәләй бара. Шуға ла эшселәргә ер аҫты инженер коммуникацияларына юлығырға, проектҡа үҙгәрештәр индерергә лә тура килә. Әле юл үткәргескә инеү юлдарында эш тамамланған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект буйынса участкалағы 200-гә яҡын күсемһеҙ милек объектын һүтеү талап ителгәйне, был йүнәлештә ҙур эш башҡарыла, әле уларҙың күбеһе буйынса компенсациялар түләнгән.
Транспорт проекты буйынса күләмле төҙөлөш 2022 йылда башланғайны. Әле Пугачев урамын реконструкциялау һәм киңәйтеү, уның Генерал Рыленко урамы менән киҫешкән урынында юл сиселешен булдырыу буйынса эш дауам итә. Объект тапшырылһа өфөләр 2,5 км оҙонлоҡтағы яңы транспорт коридорын һынай аласаҡ.
Баш ҡаланың «Көньяҡ ҡапҡа» төҙөлөшө кеүек үк Ағиҙел аша һалынасаҡ күперҙә лә эштәр ойошҡанлы алып барыла. 1956 йылғы тарихи объект ремонттан һуң арканың элекке ҡиәфәте һаҡлап ҡалынасаҡ. Ни бары металл өлөшөн яңынан ҡойоу, ҡалғанын алмаштырыу ҡаралған. Проект буйынса, Совет заманы символикаһы үҙ урынына ҡайтасаҡ. Ә элеккеһе сеймалға оҙатыла. Объект 2025 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Әммә, эш графиктан күпкә йылдамыраҡ барыуға бәйле, ваҡытынан алда тамамланыуы ла ихтимал. Был турала Радий Хәбиров үҙ социаль селтәрҙәге сәхифәләре аша ла хәбәр иткәйне. Өфөләге ике объект төҙөлөшө лә республика башлығының шәхси күҙәтеүендә алып барыла.
Азат Ғәлиуллин






