Шаҡша күперенең яртыһы буйлап автотранспорт хәрәкәте тергеҙелде

Подряд ойошмалары, көн һайын һәм тәүлек әйләнәһенә эшләп, бөтә графиктарҙы үтәп, кәрәкле сараларҙы бер аҙ алдараҡ тамамланы. Объектта капиталь ремонт «Хәүефһеҙ сифатлы юлда»«милли проекты сиктәрендә алып барыла. Күперҙең беренсе сиратын реконструкциялау өсөн 758 тонна металл конструкция, 500 кубометрҙан ашыу бетон талап ителә.

Күпер өҫтөндә ике ҡат асфальт һалынған. Яҡтыртыу менән тәьмин итеү өсөн 16 бағана ҡуйылған, 500 метр кабель һуҙылған, провайдер 680 метр селтәрҙе үҙгәртеп ҡорғанн. 448 метрлыҡ ямғыр канализацияһы селтәрҙәре ҡоролмаһы эшләнгән. Шулай уҡ технологик ихтыяж менән бәйле тиҙлек режимын теркәү камералары барлыҡҡа килгән. Бында хәҙер сәғәтенә 20 километр тиҙлек менән йөрөү рөхсәт ителә. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә халыҡҡа аңлағаны һәм түҙемле булғаны өсөн рәхмәт белдергән.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ