«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары Иглин районында «Барыһы ла еңеү өсөн» штабы ирекмәндәре менән осрашты. Быға тиклем улар бер-береһенең барлығын да белмәй, әммә был активистарға ярҙам итергә ҡамасауламай. Волонтерҙар ватан һаҡсылары өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, кәрәкле костюмдар тегә, һалдаттарға хисле хаттар яҙ. Әлбиттә, тыл ярҙамы хәрбиҙәрҙең
рухын нығыта. Шуға ла улар рәхмәт йөҙөнән ирекмәндәр менән осрашып, шәхсән рәхмәт әйтергә ҡарар итә. Бындай сара районда йәшәүселәр өсөн мөһим стимул булып тора, ул штаб эшмәмәкәрлегенең әһәмиәтен аңларға булышлыҡ итә. Бынан тыш, автивистар йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай, үҙ иле өсөн яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй.
Яугирҙарға маскировка селтәрҙәре һәм костюмдар түгелгән станоктар, окоп шәмдәрен ҡойоу бүлмәһе, шулай уҡ һалдаттарға хаттарҙың бәләкәй авторҙары менән таныштырыу бүлмәләре күрһәтелде.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәр хәҙер 1 миллион һумға тиклем аҡса ала. Сумма Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса арттырылды. Ул 505 мең һум тәшкил иткән бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм Рәсәй Оборона министрлығынан һәм муниципалитеттарҙан түләүҙәр иҫәбенә формалаша. Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгән Башҡортостан халҡы 122 һанлы номер буйынса ситуация үҙәгенә, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала.






