Өфөнөң Кузнецов Затонында яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Уҡыу йорто республикала ғына түгел Волга буйы федераль округында ҙур объект һанала. Заманса мәктәп 2 мең 200 уҡыусыға иҫәпләнгән. Дүрт ҡатлы бинала балаларҙы уҡытыу, тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла. Иркен класстарҙан тыш бында дүрт спорт залы, компьютер кабинеты, театр, дизайн студияһы, робототехника үҙәге асыҡ буласаҡ. Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған объект киләһе йылдың сентябрендә асылыр тип көтөлә. Дөйөм алғанда Башҡортостанда һуңғы ике йылда 17 яңы мәктәп төҙөлә башланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ