Иглин районында “Башҡортостан” полкы яугирҙары “Барыһы ла еңеү өсөн” штабы ирекмәндәре менән осрашты. Волонтерҙар ватан һаҡсылары өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, кәрәкле костюмдар тегә, һалдаттарға хаттар яҙа. Бындай сара штаб эшмәкәрлегенең әһәмиәтен аңларға булышлыҡ итә, йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай, үҙ иле өсөн яуаплылыҡ һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй, тип уртаҡлаша ирекмәндәр.
Башҡортостандан контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәр хәҙер 1 миллион һумға тиклем аҡса ала. Сумма Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса арттырылды. Ул 505 мең һум тәшкил иткән бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм Рәсәй Оборона министрлығынан һәм муниципалитеттарҙан түләүҙәр иҫәбенә формалаша. Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгән Башҡортостан халҡы 122 һанлы номер буйынса ситуация үҙәгенә, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала.








