БСТ-ла ҡунаҡта беҙҙең дәүер геройҙары. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында махсус хәрби операция яугирҙәренә арналған марафон үтә. Тура эфирға хәрбиҙәр, уларҙың яҡындары килә. “Башҡортостан фронтты һәм һалдаттарҙы бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. Тылыбыҙ ышаныслы һәм ныҡ. Халыҡтың берҙәмлеге беҙгә көс өҫтәй”, - тип белдерҙе Журналист ҡушаматлы яугир. Телерепортер Рафиҡ Әхмәтшин былтыр Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө һәм алғы һыҙыҡҡа юлланды. Бөгөн ул “Башҡортостан” полкында хәрби бурысын үтәй.
Оборона министрлығы ир-егеттәрҙе килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә саҡыра. Хеҙмәттәшебеҙ, махсус хәрби операция яугире Бәйтулла Фәтҡуллин белдереүенсә, алғы һыҙыҡта төрлө һөнәр эйәләре кәрәк.
Башҡортостанда хәрби контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр 1 миллион һумға етте. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләренә 30 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Килешеүгә ҡул ҡуйырға теләүселәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Ситуация үҙәгенең телефоны: 122 йәки 8(347) 218-19-19.








