Күсмә ултырышта уның рәйесе Данияр Абдрахманов, бер төркөм йәмәғәт ағзалары ҡатнашты. Осрашыу урындағы ойошма рәйесе Рим Йәнбирҙиндың халыҡтан килгән һорауҙар буйынса отчеты менән башланды. Баймаҡ йәмәғәт палатаһы составында 15 кеше тора. Улар халыҡты район хакимиәте бинаһының беренсе ҡатында ҡабул итергә әҙер.
Бөтә мәсьәләләрҙе йәмәғәтселәр үҙ контроленә ала. Күптәрҙе юл проблемаһы борсой, ҡайһы бер ауылдарға күпер яңыртыу көнүҙәк мәсьәлә. Ҡала эсендәге автобустарҙа “Алға” картаһының эшләмәүе, туҡталыштар, дарыу, сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамын алыу кеүек тә һорауҙар күтәрелде.
Йәмәғәт палатаһы - диалог майҙансығына әүерелергә тейеш. Уның төп бурыстарының береһе - үҙ-ара эш итеү һәм мәғлүмәтте еткереү, граждандарҙың йәмәғәт һәм дәүләт институттарына ышаныс кимәлен нығытыу һәм партнерлыҡ булдырыу. Шулай уҡ ойошма коммерцияға ҡарамаған учреждениеларҙың проекттарын президент гранттары конкурсына тәҡдим итергә ярҙам итә. Баймаҡта үткән осрашыу аҙағында ошо йәһәттән дә уҡыуҙар үтте.
Рүзилә Ғүмәрова






