Ярты быуаттан һуң иҫтәлекле ваҡиға. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы мәктәбенең 1974 йылғы сығарылыш синыф уҡыусыларының осрашыуы үтте. Төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған ҡунаҡтарҙы ҡыңғырау тауышы менән ҡаршы алдылар. Сараға килеүселәр бала саҡ дуҫтарын, уҡытыусыларын осратты, хәтирәләре менән уртаҡлашты. Билдәле булыуынса, илле йыл элек белем усағында дүрт синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраған, мәктәпте йөҙгә яҡын уҡыусы тамамлаған.
Осрашыу барышында һәр кем махсус хәби операция биләмәһендәге хәрбиҙәргә хат яҙҙы, мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Синыфташтар осрашыуы - мәктәптә даими уҙғарыла. Белем усағы тураһында тик яҡшы хәтирәләр генә.






