Әбйәлил районындағы «Цемикс» предприятиеһы тулы ҡеүәткә күсеү алдында тора

Әлеге ваҡытта заводта йылына 180 мең тонна тирәһе продукция сығарыла. Башҡортостанда етештерелгән аҡ цемент ил баҙарының 65-70 процентын биләй. Заманса завод төбәк халҡын эш менән тәьмин итеүгә, район бюджетын тулыандырыуға ла ыңғай йоғонто яһаған. «Цемикс» хәйриә эшмәкәрлеген дә алып бара. Төп эш йүнәлештәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Радмир Әминев Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәй. 4 йыл элек яҙмышын «Цемикс» предприятиеһы менән бәйләүгә ҡыуанып бөтә алмай. Бында эш өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Эшкә автобус алып йөрөй, туҡландырыу ойошторолған, медицина страховкалауы ҡаралған, һөнәри кимәлде күтәреү өсөн курстар уҙғарыла, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнә. Һәр хеҙмәткәргә шәхсән, иғтибарлы мөнәсәбәт. Ә иң мөһиме эшкә ғаиләңдән айырылып ситкә йөрөргә кәрәкмәй.

«Цемикс» 2021 йылда Әбйәлил районында асылған заманса предприятие. Уникаль төҙөлөш материалы- аҡ цемент етештерә. Әле завод тулы ҡеүәткә сыға башлаған. Хәҙерге ваҡытта бында йылына 180 мең тонна продукция сығарыла. Рәсәй баҙарының 65-70 проценты. Киләсәктә күрһәткесте 200 мең тоннаға еткереү күҙаллана. Әҙер продукция Беларусь республикаһына, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға ла оҙатыла. Был завод Башҡортостандағы дөрөҫ инвестиция сәйәсәте һөҙөмтәһе, ти хужалар.

Предприятиены Әбйәлил районында төҙөргә хәл итеү сеймал базаһы менән генә бәйле түгел. Башҡортостан етәкселеге инвестициялар йәлеп итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Республикала инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әлеге көндә лә килеп сыҡҡан проблемалар берлектә хәл ителә, иңгә-иң терәп эшләйбеҙ.

Самат Тарыбаев, «Цемикс» предприятиеһының генераль директоры

Яңы предприятие етештереү ҡеүәттәре арттыру ғына түгел, төбәк халҡына өҫтәмә эш урындары ла, бюджетҡа килем дә. «Цемикс» предприятиеһы федераль, республика һәм район ҡаҙнаһын тулыландыра.

Аҡ цемент киң ҡулланылған юғары сифатлы төҙелөш материалы. Рәсәйҙә ул ике заводта ғына сығарыла. Мәскәү өлкәһендә һәм Башҡортостанда. Цемикс предприятиеһы замана технологиялары менән айырылып тора. Цехтарҙа аҡ цемент ҡоро ысул менән сығарыла. Был продукцияның үҙҡиммәтен дә һәм тирә-яҡ мөхиткә зыянды ла кәметергә булышлыҡ итә. Заводта сығарылған ҡалдыҡтарҙы күҙәтеү, тикшереү буйынса автоматлаштырылған система ла эшләй.

Предприятиела экологик хәүефһеҙлеккә етди иғтибар бирелеүе биләмәгә ингәс тә күҙгә ташлана. Завод ихатаһы йәшелеккә күмелгән, декоратив ағастар, сәскәләр үҫә. Саң әҫәре юҡ.

Тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәйбеҙ, етештереү ҡалдыҡтары яңынан эшкәртеүгә тапшырыла. Ә ҡулланылған һыу йылға-күлдәргә, ергә түгелмәй, ул таҙартыу ҡоролмалары аша үткәрелеп тағы ла файҙаланыла. Беҙ халыҡ-ара талаптарға таянып, донъяуи кимәлдә эшләйбеҙ.

Дмитрий Казинский, «Цемикс» предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары

Әбйәлилдәге заводта бөтәһе 170 кеше эшләй, уларҙың яртыһынан ашыуы ерле халыҡ. Эргәләге Йәнгел ауылынан ғына 22 кеше. Нәғим Сәйфуллин предприятиела тәүге көндән алып эшләй, хәҙер ул баш энергетик.

Предприятие кадрҙар сәйәсәтенә етди иғтибар бирә. Әле хужалар төбәктең мәктәптәре менән ныҡлы бәйләнеш урынлаштырған, уҡыусылар өсөн экскурсиялар ойошторола. Уҡырға инергә теләүселәргә һөнәри йүнәлеш бирелә, студент йылдарында «Цемикс» та практика үтергә, диплом алғас эшкә килергә мөмкин. Завод төбәк тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, хужалар үткән йылда ғына 10 миллион һумлыҡ хәйриә ярҙамы күрһәткән.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ