Коммуналь инфраструктураны ремонтлау Радий Хәбировтың тәҡдиме менән башланған республика программаһы сиктәрендә алып барыла.
Сибай халҡына эсәр һыу 30 километр оҙонлоҡтағы 4 магистраль буйынса килә. Уларҙың берәүһе генә сағыштырмаса яңы, ә өс һыу селтәре 1960 йылдарҙа һалынған. Торбалар иҫкергән, серегән. Ҡалала аҙнаһына ғына 3-4 авария булып тора. Шуға күрә лә үткән йылда Сибайҙың һыу үткәргестәрен яңыртырға хәл ителә. Капиталь ремонт үткәреүгә республика бюджетынан 510 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Төҙөкләндереүҙе быйыл көҙ тамамлау ҡаралған, әле иҫке тимер торбаларҙы яңы заманса пластик торбаларға алмаштырыу 80 процентҡа тамамланған. Бөтәһе 25 километр 500 метр һыу үткәргестәре яңыртыла.



