Өфөнөң Октябрь районында балалар поликлиникаһын модернизациялау 65 процентҡа теүәлләнгән

Эш графиктан алда барыуға бәйле, медицина учреждениеһы быйыл көҙ файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Республика программаһына ярашлы, 2029 йылға тиклем баш ҡаланың 118 һаулыҡ һаҡлау объектының яңырыуы көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Яңы балалар поликлиникаһында ҡайҙа, ниндәй кабинет урынлашасағы әле үк билдәләнгән. Кадрҙар мәсьәләһендә лә ҡытлыҡ күҙәтелмәйәсәк. Өҫтәүенә, һәр педиатрҙың үҙ айырым бүлмәһе лә ҡаралған. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы менән бергә, яңы медицина ҡоролмаларының да килеүе көтөлә.

5-се балалар поликлиникаһының модернизацияланыуы Өфөнөң Октябрь районы халҡы өсөн мөһим ҡала. Сөнки, биҫтәлә күп бала тәрбиәләгән йәш ғаиләләр бик күп.

Педиатрия бүлегенән тыш, урында һирәк йүнәлешле һөнәр белгестәренә лә ҡабул итеү ойоштороласаҡ. Шулай уҡ эндоскопия һәм гастроэнтерология үҙәгенең дә эш башлауы көтөлә. Әйткәндәй, 2029 йылға тиклем Өфөнөң 118 медицина объектын яңыртыу күҙаллана. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан 3,5 миллиард һум бүленәсәк. Шулай уҡ медицина ҡорамалдары, мебель һәм башҡа кәрәкле техника менән йыһазландырыуға йүнәлтеү ҡаралған.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ