Күмәкләгән яу ҡайтарған. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йөрәге Еңеү өсөн бөтә Рәсәй халҡы йөрәге менән бергә тибә. Бөгөн беҙҙең телеканалда «Батырҙар дәүере»телемарафоны үтте. Ысын ир-егеттәр, алғы һыҙыҡҡа киткән батыр яугирҙар тура эфирҙа Ватанға тоғролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ тураһында һөйләне. Улар араһында ҡәләмде хәрби ҡоралға алмаштырған коллегаларыбыҙ ҙа бар. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова дауам итә.
Эш урынында бер нәмә лә үҙгәрмәгән, тик бер-нисә йүнәлеште үҙ эсенә алған графигы элеккесә эленеп тора. Ике йыл дауамында махсус операция хаҡында материалдар әҙерләгән, былтыр декабрҙә контрактҡа ҡул ҡуйыусы үҙе генә үҙгәргән. Коллегабыҙ «Башҡортостан» полкында хеҙмәт итә. Тәүге тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡатҡан хеҙмәттәшебеҙ телемарафонда ла ҡатнашты.
Еңеү өсөн бөтә ил менән бергә. Махсус хәрби операция биләмәһенә тыл ярҙамы. Яугир ғаиләләрен, ата-әсәләрен, балаларын ҡурсалау. Бөтә Башҡортостан халҡының йөрәге илебеҙ йөрәге менән Еңеүҙе тиҙләтеү өсөн ҡуша тибә.Ысын-ир егеттәр, алғы һыҙыҡта йөрәгән ҡаһарман яугирҙар үҙҙәре тура эфирҙа Ватанға тоғролоҡ һәм хәрби туғанлыҡ хаҡында бәйән итте.
«Батырҙар дәүере»телемарафонына иртәнге етелә старт бирелде. Илһөйәрлек марафоны төнгө унысы яртыға тиклем барҙы. Тура эфирҙағы әңгәмәләрҙә 100 ашыу кеше: яугир әсәләре, ҡатындары, ирекмәндәр, республика»Ватанды һаҡлаусылар» фонды, комиссариат вәкилдәре,хәрби табибтар ҡатнашты. Махсус хәрби операция биләмәһенән тура бәйләнеш тә ойошторолдо .»Батырҙар дәүере» телемарафонында хәрби хәркәттәр ветераны 10 йыл дауамында Донбасс халҡына һәм хәрбиҙәргә гуманитар ылау ташыған, хәҙер инде үҙе оборона министры менән контракт төҙөгән өлкән сержант та ҡатнашты.
Улар дрон тауышы ишетелмәгән тынлыҡты, ғаиләләрен, яҡындарын һағына, тыуған ерҙең шишмә һыуҙарын танһыҡлай. арналған Иртәнән кискә хәтлем һуҙылған телемарафон алғы һыҙыҡтағы геройҙар ҡаһарманлығына, тылдағылар ярҙамына арналды.
«Батырҙар дәүере» телемарафонына 60-тан ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителде, уларҙың 7-һе режиссер, 8-ҙе мөхәррир, 25-тән ашыу техник хеҙмәткәрҙәр. Берҙәм һәм көслө команда үҙ маҡсатына иреште.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары өсөн махсус хәрби операция өҫтөнлөклө тема булды һәм булып ҡала. Тура эфир махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы ла, тылда булғандарҙы лаберләштерҙе.»Батырҙар дәүере» илһйәрлек, берҙәмлек, рух көсө аша йәмғитәебеҙең ысын йөҙөн күһәтте.
Гүзәл Борханова






