Сағыу, ҡыҫҡа видеояҙмалар аша башҡорт телен өйәрнеү өсөн әҙерләнгән проект Башҡортостан башлығы фонды ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. «Муха» студияһының «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектәге йәнһүрәт тураһында тәүгеләрҙән булып социаль селтәрҙәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров яҙҙы. Йәнһүрәт төшөрөү студияһында беҙҙең ижади төркөм дә булды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Әлифба» йәнһүрәтендә Айтуған менән Айгөл тауышы кескәйҙәргә хәрефтәрҙе өйрәнергә ярҙам итә. Башҡорт телен уйын һәм ижад аша өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған сағыу, ҡыҙыҡлы йәнһүрәттең һуңғы сериялары төшөрөлә. 42 видеояҙма тиҙҙән киң аудиорияға сығарыласаҡ.
«Әлифба» - 3-5 йәшлек балалар өсөн ҡыҫҡа һәм бик позитив йәнһүрәттәр серияһы. Проектты рассам-карикатурист Камил Буҙыҡаев һәм «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Муха» студияһы әҙерләгән. Үҙенсәлекле проектты тәү сиратта ата-әсәләр баһалап өлгөргән.
Йәнһүрәттең һәр серияһы өҫтөндә сценарий яҙыусыларҙан һәм рассамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар, уҡытыусылар эшләгән. Заманса технологиялар аша телде өйрәнеү проекты милли республикалар араһында тәүге йәнһүрәт булып тора.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров балаларға башҡорт телен өйрәтеү мөмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булырға тейеш тигән фекерҙә. Төбәк башлығы тәүге булып социаль селтәрҙәге сәхәфәһендә Айгөл һәм Айтуған менән таныштырҙы. Позитив йәнһүрәт Башҡортостан башлығы фондынан бүленгән грант ярҙамында төшөрөлә һәм балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы бүләк булып тип көтөлә.
Флорида Ким



