Башҡортостанда яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Башҡортостан Башлығы башланғысы менән бер йылдан күберәккә контракт төҙөгәндә миллион һумға тиклем аҡсалата түләү бирелә. Республика яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә  күрһәткән ярҙам хаҡында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин БСТ-ла уҙған “Батырҙар дәүере” телемарафонында таныштырҙы.

Башҡортостанда яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә
Фото №1 - Башҡортостанда яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә

Башҡортостандан контракт буйынса хәрби хеҙмәткәрҙәр хәҙер 1 миллион һумға тиклем аҡса ала. Сумма Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса арттырылды. Ул 505 мең һум тәшкил иткән бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм Рәсәй Оборона министрлығынан һәм муниципалитеттарҙан түләүҙәр иҫәбенә формалаша. Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйырға теләгән Башҡортостан халҡы 122 һанлы номер буйынса ситуация үҙәгенә, шулай уҡ “Минең документтарым” күп функциялы үҙәк офистарына мөрәжәғәт итә ала.

Фото №2 - Башҡортостанда яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарына дәүләт ярҙамы күрһәтелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ