Башҡортостанда мәшғүллек үҙәктәрен тулыһынса үҙгәртеп ҡороу планлаштырыла

Комплекслы яңыртыу эштәрен «Демография» милли проекты сиктәрендә башҡарыу ҡарала. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыуынса, бөгөнгә 68 мәшғүллек үҙәгенең Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфөнөң Орджоникидзе районындағыһы төҙөкләндерелгән дә инде. Ыңғай үҙгәрештәр уртаса ҡабул итеү ваҡытын 10-ға тиклем ҡыҫҡартырға, эш эҙләүселәргә тиҙерәк эш табырға, эшкә урынлашыу кимәлен арттырыуға булышлыҡ иткән. Ремонт эшләү иҡтисади яҡтан отошло йәки яраҡлы бина булмаған урындарҙа 10 модуль мәшғүллек үҙәктәре төҙөлә. Тәүгеләре Сибайҙа һәм Дыуан районы үҙәгендә асыласаҡ, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ