Ҡеүәтле ҡоролмалар урындағы халыҡҡа һыу менән бәйле проблемаларҙы оноторға мөмкинлек бирәсәк. Һәр хәлдә ошондай уҡ башня ҡуйылған ауылдарҙа һыу мәсьәләһе халыҡты башҡа борсомай. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Республика башлығының Хәйбулла районына эш сәфәре барышында Яңы Украинка ауылы халҡы һыу менән ҡатмарлыҡтар бар тип еткерҙе. Граждандар менән аралашҡан һуң Радий Хәбиров проблеманы хәл итергә вәғәҙәләй. Биләмәлә 2020 йылда һыу селтәрҙәре яңыртылды, ә уҙған йылда яңы һыу башняһы ҡуйылған. Ауыл халҡы үҙебеҙҙе ҡала шарттарында йәшәгән кеүек тоябыҙ тип уртаҡлашты.
Хәйбулла районының Таштуғай ауылы халҡы өсөн дә һыу өҙөлөү ғәҙәте күптән баш бәләһенә әйләнгән. Иҫке һыу башняһы авария хәлендә булған һәм йорттарға һыу тейешенсә кимәлдә барып етмәгән. Былтыр республика башлығы ҡушыуы буйынса мәсьәлә хәл ителгән.
2022-23 йылдарҙа Хәйбулла районында биш яңы һыу башняһы ҡуйылған. Быйыл уларҙың тағы ла дүртәүһе монтажлана. Татыр-үҙәк, Федоровка, Сәғит, Яңы Петровское тораҡ пункттарында яңы һыу башняһы асылыр тип көтөлә. Һыу мәсьәләһе һәр ваҡытта көнүҙәк булып торған алыҫ районда тиҙҙән тулыһынса хәл ителеп бөтәсәк.
Флорида Ким






